04.08.2017 Эльбрус бәһлеүәндең яңы рекорды
Башҡорт бәһлеүәне, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин бөгөн иртә менән йәнә рекорд ҡуйҙы. Ул Екатеринбург ҡалаһында аэростатты - һауа шарын арҡан менән ергә тартып төшөрҙө.
"Рекорд алдынан мин ай ярым-ике ай самаһы әҙерләндем, парашютсылар, тренажерҙар залына йөрөнөм, - тине ул. - Был минең 16-сы рекорд. Былтыр 300 килограмлыҡ пианиноны 110 метрға күтәреп алып барҙым. Иптәш егет менән бергәләшеп ике ҡатлы коттедж йортто өс метрға шылдырҙыҡ. Керчь портында Ҡырым бәһлеүәне менән 1800 тонналыҡ паромды 20 метрға күсерҙек. Ике йыл элек уңлы-һуллы үрәпсегән арғымаҡтарҙы ҡул менән тоттом. Трамвай, поезд, карап һөйрәгәнем булды".
Эльбрус Хәмит улы майҙаны 2500 куб. метр, күтәргес көсө 350 кг булған һауа шарын «arm over arm» ҡағиҙәһендә 50 метр бейеклектән ергә 2, 5 минут эсендә тартып төшөрҙө.