02.08.2017 Башҡорт фильмы Рәсәйҙе яулай
Режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмының бөтә Рәсәй буйынса прокаты дауам итә.
Бөгөн ул «Ленфильм» студияһы (Санкт-Петербург) кинотеатрында күрһәтеләсәк, 3 августа иһә Мәскәү Арбатының «Октябрь» кинотеатрында ҡуйыласаҡ.
Фильм Рәсәйҙең йәмғеһе 71 ҡалаһы, шул иҫәптән Феодосия (Ҡырым), Ҡазан, Новосибирск, Силәбе, Сургут, Тула, Донецк, Дондағы Ростов, Һамар тамашасыларына тәҡдим ителәсәк.