18.07.2017 Республикала 50-шәр мең һум аласаҡ иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларының исемдәре билдәле булды
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын 50 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.
Баһалама комиссияһына 46 район-ҡаланан 71 уҡытыусының эштәре тәҡдим ителгәйне. Уларҙың портфолиоһы һигеҙ йүнәлештә: уҡыу ҡаҙаныштарының ыңғай динамикаһы һәм уҡыуҙан тыш эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәләре; заманса белем биреү технологияларын ҡулланыу; педагогик тәжрибәне дөйөмләштереү һәм таратыу; хәҙерге талаптарға яуап биргән кабинеттарҙың булыуы; квалификацияны күтәреү; һөнәре йәһәттән ҡайтанан әҙерлек; профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыу (муниципаль, төбәк, бөтә Рәсәй); материалдарҙы ҡуя белеү буйынса баһаланды.
2007-2016 йылдарҙа конкурс буйынса һайлап алыуҙа 500 уҡытыусы еңеү яулаған.
Исемлек - беркетелгән файлда
[attachment=26]