15.07.2017 Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?
- Бер кг тоҙҙо өс литр һыуҙа иретергә һәм түтәлдәргә һибергә. Әммә был ысулды йыш ҡулланырға ярамай. Йәшелсәләргә зыянлы.
- Ҡырмыҫҡаны юҡ итергә аш һеркәһе лә ярҙам итә. Бер литр аш һеркәһен өс литр һыуға ҡойоп, ояларына һибәһең. Лимон кислотаһын иҙеп һалырға ла була.
- Көнбағыш майы ла – ҡырмыҫҡаның дошманы. Әммә шешәләге майҙы ағыҙып ҡына бөжәктән ҡотолоу мөмкин түгел. Янған майҙы һипһәң генә юҡҡа сығасаҡ.
- Бензин йәки кәрәсин һибеү ҙә файҙаға ғына. Уларҙы һыу менән ҡатнаштырырға кәрәкмәй.
- Манный, тары ярмаһы, бор кислотаһын да ҡырмыҫҡа яратмай.
- Көл һибеү ҙә – ҡоротҡосто юҡ итеүҙең бер сараһы.