30.06.2017 Уҫманғәлелә - Ҡарға бутҡаһы
"Бөгөн, 29 июндә, йәмле Белорет районы Уҫманғәле ауылының Әпләзе тауында шаулап-гөрләп "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үтте. Һәр кескәй тиерлек үҙе менән тары ярмаһы килтереп, оло инәйҙәр телеңде йоторлоҡ итеп "ҡарға" бутҡаһы бешерҙе. Байрам бик күңелле үтте: олоһо ла, кесеһе лә шау-гөр килеп башҡорт халыҡ уйындарын уйнаны, моңло итеп йырланы, хатта бейенеләр ҙә. Ә иң мөһиме, һәр бала тыныс күк йөҙө, йылы һәм аяҙ йәй теләне", - тип хәбәр итте
Нәркәс Баһауетдинова