RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өмөтбайҙа - икеләтә байрам

27.06.2017 Өмөтбайҙа - икеләтә байрам

Өмөтбайҙа - икеләтә байрамБаймаҡ районы Өмөтбай ауылы китапханасыһы Әнүзә Мәжитова хәбәр итә:

Бөгөн ауылыбыҙҙа оло, хатта икеләтә байрам. Тәүгеһе - Ураҙа булһа, икенсеһе -беҙҙә иман нуры балҡыны, Аллаһы Тәғәлә йортоның ишеге асылды.
Иртәнсәк ҡойоп яуған ямғыр байрам башланыр алдынан туҡтаны - бына бит ул Хоҙайҙың ҡөҙрәте. Ҡояш йылмайып, һәр беребеҙҙең күңеленә нур өләште.
Өмөтбай ауылында мәсет теүәл 110 йыл элек, 1907 йылда асылған. Бинаһын халыҡ үҙ көсө менән, күмәкләп, өмәләп ҡорған. Манараһы, айы ҡуйыла. Ғоссаметдин Килдейәр улы Рахманғолов имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Заманына күрә уҡымышлы булған мулланы ауылда ғына түгел, бөтә тирә- яҡта хөрмәт итәләр. Ауылда ул ғына гәзит алдыра, күрше-күләнен илдәге хәлдәр менән таныштырып бара. Әбейе лә бик уҡымышлы була, балаларға хәреф өйрәтә.
Революция башланғас, мәсеттең манараһын Сыртинскиҙән урыҫтарҙы яллап алып килеп ауҙаралар, халыҡтан береһе лә манараға тейергә баҙнат итмәй. Мәсет дауахана, келәт, клуб ителә.
Совет осоронда дини сараларҙы ауылда бер нисә кеше башҡара. Улар - Ғәйфулла Ҡотлогилдин, Хәләф Ғүмәров, Муса Садыҡов, Сәғиҙулла Ғабдуллин, Кәшиф Зәйнуллин, Кәлимулла Дауытов, Аллабирҙе Ғүмәров, Исмәғил Мәжитов, Таштимер Ҡотлогилдин була. Улар балаға исем ҡуша, аят уҡый, мәйет тәрбиәләй.
Бөгөн беҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашырға ҡунаҡтар килде. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиков, район имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов, район Советы депутаты Ильнур Мырҙагилдин, мәғариф бүлеге начальнигы, ауылдашыбыҙ Илдус Зәйнуллин, Билал ауылы хакимиәте башлығы Мәжит Заманов, Төркиә ҡунаҡтары, район ауылдарынан дин әһелдәре, Рәсәй һәм республиканың төрлө төбәктәренән килгән ауылдаштар булды. Улар береһе лә буш ҡул менән килмәгән. Киләсәктә зыяратты тимерҙән кәртәләү өсөн финанс ярҙам да күрһәттеләр.
Район башлығы Илшат Ситдыков йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, мәсетте эшләгәндәргә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Республика райондарында иң күп мәсет Баймаҡта, - тине ул һәм йәштәрҙең иманға ҡайтһын, аҙан тауышы бөтә ауылға ишетелһен тип тауыш көсәйтеү аппаратураһы бүләк итте.
Төркиәнән килгән ҡунаҡтар тәүге тапҡыр Башҡортостанда мәсет асыуҙа ҡатнашты. Сығыштарында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына, берҙәм булыуына һоҡландылар.
Әле бына бөгөн беҙ мәсетле булдыҡ. Булдыҡ тип әйтеүе генә рәхәт. Күпме көс һәм хеҙмәт ята был һүҙҙә. Ауыл халҡының , ситтә йәшәгәндәрҙең финанс ярҙамы менән атҡарып сыҡтыҡ был оло эште.
Бөтә документ эштәрен юлға һалып, көсөн дә ваҡытында йәлләмәй, ауылдың киләсәге өсөн янып йөрөгән, төҙөлөштө башлаусы, ауылдың беренсе старостаһы, патриоты, район мәғәриф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллинға, мәсет төҙөүҙә ҙур ярҙам итеүсе ауыл хакимиәте етәксеһе Мәжит Замановҡа, бар эштәрҙе башлап йөрөүсе, материалдар йүнләүсе, үҙ техникаһы менән башланғысты дауам итеүсе старостабыҙ Зиннур Көмөшбаевҡа, һәр эшкә ярҙам ҡулы һуҙыусы депутат, мәктәп директоры Фәнүр Садыковҡа, ташынан башлап, бөтә балта оҫтаһы эштәрен башҡарыусы ир- егеттәребеҙгә, иман йортоноң эсен-тышын биҙәп, тирә-яҡты гөл-сәскәгә күмгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, һәр эшкә фатихаһын биреп, дәртләндереп тороусы муллабыҙ Таштимер Ҡотлогилдинға, үҙ тракторҙары менән юлды рәтләгән, 18 техника берәмеге менән эшкә сыҡҡан ауылдаштарыбыҙға, өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ халыҡҡа мең-мең рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.Ошо изге көндә хоҙай тәғәлә барығыҙа ла сауабын бирһен.
Мәктәп уҡыусылары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең, халыҡ шағиры Р.Бикбай шиғри юлдарға һалған, изге хәҙистәрен һөйләп, байрамға йәм өҫтәне.
Ғәйет намаҙынан һуң, барыһы ла Нәғимә Ғүмәрова, Таштимер Ҡотлогилдин, Тольятти ҡалаһынан килгән Рәйсә Ғүмәрова биргән ҡорбанлыҡтан әҙерләнгән аш- һыуҙан ауыҙ итеп таралышты.
Байрам үтте, ә мәсетебеҙ нур сәсеп, балҡый. Ошо мәсеттә дини байрамдар , никах, бәпес туйҙары үткәрелһен, йома намаҙҙарына күпләп йөрөй башларбыҙ, егеттәребеҙҙе армия сафына оҙатырбыҙ.
Мәсетте иманлы халыҡ ҙурлай. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла Хоҙайҙан ярҙам һорап, иман йортона килербеҙ...
Ә яңы ғына болоттар араһынан килеп сыҡҡан ҡояш, йылы нурҙарын ергә һибеп барыбыҙҙы ла оло байрам менән тәбрикләй төҫлө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне