13.06.2017 Һинд егете башҡортса йырлай
Бөрйән районының Ҡыпсаҡ-Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе нигеҙендә ойошторолған "Тимербатыр" лагерында балалар менән индус милләтле Бхавеш исемле егет эшләй. Уға 19 йәш, студент, буласаҡ һөнәре - инженер. Бхавеш Рәсәйгә «Aisec» ойошмаһы ярҙамында килгән.
Бөрйәндәр һинд егетен башҡортса һөйләргә, хатта йырларға ла өйрәткәндәр икән. Видеояҙмала күренеүенсә, егет "Карауан-һарай" төркөмөнөң "Ай-һай, Салауат!" йырын апаруҡ оҫта башҡара.
- Балалар лагерҙа робототехника, электроника серҙәренә өйрәнә, техника менән ҡыҙыҡһына. Бер юлы сит ил волонтеры ярҙамында балаларға инглиз телендә аралашырға өйрәтәбеҙ. Бхавеш шулай уҡ һиндса бейергә, йырларға оҫта, тимербатырсыларға был бик ҡыҙыҡ, - ти мәктәп директоры Инсур Үтәбәев.