02.06.2017 Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!
Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәктәбе коллектив менән беҙҙең гәзиткә яҙылған
Бында директор Фәнүр Фәрит улы Садиҡов етәкселегендә үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусылар эшләй.
Үткән аҙнала беҙ ике уҡыусыны, Б. Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүсе Сания Көмөшбаева һәм Яҙгөл Ғәлимйәнованы тәбрикләнек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Садиҡова белдереүенсә, уҡыусылар, дәртләнеп, киләһе йылдағы ярышта ла әүҙем ҡатнашырға теләк белдергән.
Өмөтбайҙар “Афарин!” тип әйтерлек тағы ла бер эш башҡарған. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында эшләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, техник хеҙмәткәрҙәр – тотош коллектив киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең гәзитте уҡыясаҡ.
“Китапханасыбыҙ Гөлсинә Рәис ҡыҙы Сәитғәлина тырышты, гәзит-журналдарға подписка барышын ҡараһаҡ, 15 кешенең “Йәшлек”те алдырасағы күренде”, – ти уҡытыусылар.
Өмөтбайҙарға рәхмәт!