31.05.2017 М.Аҡмулла исемендәге БГПУ-ла балалар баҡсаһы асыласаҡ
1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты КотоффKids бәләкәй балалар баҡсаһын аса. Йыл әйләнәһенә унда юғары уҡыу йортонда белем алған студенттарҙың, магистранттарҙың, аспиранттарҙың һәм уҡытыусыларҙың 50 балаһы йөрөй аласаҡ. Баланы үҫтереү үҙәге Свердлов урамы, 51 адресы буйынса БДПУ-ның 2-се дөйөм ятағында урынлашасаҡ.
Унда логопед, психолог бүлмәләре асыласаҡ, һынлы сәнғәт студияһы, бейеү түңәрәге, каратэ, йога секциялары һәм башҡалар эшләйәсәк.
Балалар баҡсаһы программаһы ФГОС заманса федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы итеп әҙерләнгән.
Университет студенттары һәм уҡытыусылары иҫәбенә йәш ата-әсәләр үҙ сабыйы өсөн балалар баҡсаһы мәсьәләһен хәл итә аласаҡ, был үҙәк мәктәпкәсә белем биреү педагогтарын әҙерләү өсөн заманса майҙансыҡ буласаҡ. Үҙәк нигеҙендә студенттар ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған тәрбиәселәрҙән үрнәк алып, уҡыу буйынса педагогик практика үтә аласаҡ.
1,5 йәштән 7 йәшкәсә балаларҙы заманса мәктәпкәсә белем биреү технологиялары көтә. Ул – мәктәпкә әҙерлек программалары, ижади, бөтә яҡтан үҫтереүсе түңәрәктәр, секциялар һәм студиялар. Шулай уҡ бында ғаиләләргә психологик һәм педагогик яҡтан ярҙам күрһәтеү, балаларға диагностика үткәреү, ата-әсәләр өсөн тренингтар, шәхси консультациялар ойоштороу, балаларҙың һәләтен асыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән коррекция эше алып барыу, мәктәпкәсә балалар өсөн байрамдар уҙғарыу ҡаралған.
Балалар баҡсаһын асыу ваҡыты иртәнге сәғәт 10-ға билдәләнгән.