30.05.2017 Эремcек запеканкаһы
500 г эремсек, 1 стакан кефир, 2/3 стакан шәкәр, ярты стакан манный ярмаһы, 1 ҡап ванилин, 5 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк.
Манныйға кефир ҡойоп болғатырға һәм 20 минутҡа ултыртып торорға.
Йомортҡаларҙың һарыһын ағынан айырырға.
Йомортҡа һарыһын эремсек, ҡамыр ҡабартҡыс, манный, кефир һәм ванилин менән яҡшылап бутарға.
Йомортҡа ағына аҙ-аҙлап шәкәр һалып туҡырға һәм эремсеккә ҡушырға. Майланған табаға һалып, бешерергә ҡуйырға.