24.05.2017 "Мегафон"дан бүләк алығыҙ
Үткән аҙна йомаһында "Мегафон" кәрәҙ операторының элемтәһендә өҙөклөктәр булып алды. Кешеләр бер-береһенә шылтырата алмай йонсоно, СМС-хәбәрҙәр тапшырыу, интернет та эшләмәне. Был хәл Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, шул иҫәптән Өфөлә һәм райондарҙа булды.
Ошоно күҙ уңында тотоп, компания клиенттарына компенсация яһай.
Уны алыр өсөн телефонда *105*1905# тамғаларын йыйырға һәм килеп сыҡҡан меню аша һайларға кәрәк.
50 минут тауыш элемтәһе+1 Гб интернет,
2 Гб интернет,
«МегаФон.ТВ»ла бушлай бер фильм ҡарау тәҡдим ителә.