18.05.2017 "Бюджетник"тарҙың эш хаҡтарын арттырыуға - 3,9 млрд
Быйыл Башҡортостандың бюджет урындарында эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыуға өҫтәмә рәүештә 3,9 млрд һумдан ашыу аҡса күсереләсәк. Уның 3,2 миллиарды ҡала һәм район хакимиәттәренә бүленеп, муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә түләнәсәк.
142 меңдән ашыу кешенең - мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артасаҡ.
Асыҡлап әйткәндә, мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡы уртаса килеменән сығып, 100 процентҡа артыуы күҙ уңында тотола. Юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларыныҡы, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙеке, табиптарҙыҡы (урта һәм бәләкәй медперсоналдыҡы – 80 – 90 процентҡа) иһә республикалағы эшмәкәрлеге буйынса уртаса килеменең 180 процентына тиклем күтәрелә. Ғөмүмән алғанда, эш хаҡының артыу күләме 80 проценттан да кәмерәк булмаясаҡ.