RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Таҙа Һаҡмар" темәстәргә күсте

13.05.2017 "Таҙа Һаҡмар" темәстәргә күсте

"Таҙа Һаҡмар" темәстәргә күстеБөгөн Баймаҡ районының Билал – Темәс ауыл биләмә сигендә “Таҙа Һаҡмар” эстафетаһы темәстәргә тапшырылды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти 50-се йылдарҙа беҙҙең районға килеп, Һаҡмар буйы ауылдарында була һәм аҙаҡ, алған тәьҫораттарына таянып, “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһын ижад итә. Унда шундай юлдар бар: “Һаҡмар һыуҙың һылыулығы күпме-күпме йырҙа йырланған, ләкин Һаҡмар буйын тағы йөҙ йыл, тағы мең йыл була йырларға”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн йылғабыҙҙың гүзәллеген, уның тирә-яғының матурлығын һис тә шағирса тасуирлай алмайбыҙ. Быға тәбиғәт кенә түгел, күп осраҡта үҙебеҙ ҙә ғәйепле.
Район вәкилдәре Динар Хисмәтуллин, Ғәлим Сәфиуллин, Темәс биләмә башлығы Бикйән Камалитдинов етәкселегендә делегация ағзалары “Атайсал” клубы рәйесе Сәлимйән Вәлиев, китапханасылар Миңзәлә Әүәлбаева, Миңзифа Низамова, “Темәс” тарихи - мәҙәни үҙәге методисы Лилиә Ишбаева был турала әсенеп һөйләне. Темәс мәктәбенең хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмил Әбсәләмов: “Бөгөн ололар Һаҡмар йылғаһы бысраҡ, йәштәр йылғаны таҙалау өсөн үҙ өлөшөн индермәй, тиеүҙәре менән килешеп бөтмәйем. Сөнки күптән түгел Темәс мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, урындағы халыҡ менән бергәләп 600 – гә яҡын ағас ултыртты, экологик өмәгә сыҡтыҡ. Йылғала бәрҙе, йәйен балығы бар, ә ул балыҡтар таҙа һыуҙа ғына була. Беҙгә, йәш быуынға, Һаҡмарыбыҙҙың таҙа, мул һыулы булыуы өсөн артабан да көрәшергә генә ҡала”, - тине.
Фирҙәүес Ҡаһарманова, Әхәт Урмантаев, Илфат Сирусиндың моңло йырҙары, Билал мәктәбе уҡыусыһы Айнур Әхмәтовтың дәртле бейеүе байрамға йәм өҫтәне. Биләмә башлығы Мәжит Заманов етәкселегендәге делегация ағзалары Райхана Булатова, Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова, Айгизә Хамматова, Сәғилә Ғайсина, Зәйнитдин Хөсәйенов эстафетаны тапшырып ҡына ҡалманы, артабан һәр ауылда экологик өмәләр үткәреүгә йөкләмә лә алды.
“Таҙа Һаҡмар” акцияһы темәстәргә тапшырылды. Был эстафета минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе булмһын ине. Йылғаларҙың таҙалығын һаҡлар өсөн, Тыуған илебеҙ сәскә атһын өсөн бер сара күрергә ваҡыт түгелме беҙгә?! Кешеләр, үҙебеҙҙең хатабыҙҙы аңларға ваҡыт еткән түгелме?! Беҙҙең Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, тыуған тәбиғәтебеҙҙе, йылға - күлдәребеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне