30.04.2017 Илатмайыҡ ҡайындарҙы
Әле ҡайындарҙың һутҡа тулышып ҡына ултырған мәле. Яҙҙың тәүге яртыһында халыҡ ҡайын һутына йөрөй башлай ҙа инде.
Аңлайым, йылына бер тапҡыр ғына булһа ла, тәнгә көс-ҡеүәт бирә торған эсемлекте һәр кемдең тәмләп ҡарағыһы киләлер. Әммә дөрөҫ итеп кенә ҡайын һутын алырға өйрәнәйексе. Бәләкәй генә уйым яһап та, уға көпшә ҡуйып, һыуҙы ағыҙып алып була. Юғиһә күптәр ағасты балта менән тумырып, һут эсеү урыны яһай. Ҙур улаҡтар ҡуялар. Һуңынан был урынды ямап ҡуйып та булмай. Һөҙөмтәлә ағастың йәшәү һуты япраҡ ярыуға китмәй, ағып тик тора. Яраға паразит бәшмәктәрҙең споралары үтеп инеп, ҡайынды ауырыта. Бер нисә йылдан ул ағас үҙәгенән сереп һынып, ҡороп ултырасаҡ. Минеңсә, диләнкәгә бирелгән урындарҙа ҙа ҡайын һуты йыйыуҙы ойошторорға була. Йәш ағастарҙы бөтөнләй зарарламағыҙ. Илатмайыҡ ҡайындарҙы!
Н. СӘҒИТОВА.
Ҡариҙел районы.