22.04.2017 Диктант яҙҙыҡ. Һөҙөмтәләрен көтәбеҙ.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында, уның филиалдарында һәм институттарында, республика ҡала-ауылдарында, күрше өлкәләрҙә бик матур сара - башҡорт теленән региональ диктан яҙыу үтте. Өсөнсө йыл үткәрелгән был сарала кешеләр үҙҙәренең белемен тикшерҙе.
Быйылғы диктант тексын Ғайса Хөсәйеновтың "Әсәм теле - сәсән теле" тигән әҫәренән алынды. Уны БР халыҡ артисы, "Башҡортостан" ДТРК-һы алып барыусыһы Рәсүл Ҡарабулатов уҡыны.
Диктант һөҙөмтәләре килһе аҙна аҙағына билдәле буласаҡ.
"Бәйләнештә" селтәренә инеп фотоларҙы ҡарағыҙ.