19.04.2017 Бишбүләктә һыуырҙар һуғышҡан
Бишбүләк районында ике ата һыуырҙың (сурок) инәлек өсөн һуғышҡанын төшөрөп алғандар. Йәнлектәр арты тәпәйҙәренә тороп дөмбәҫләшә. Бер аҙҙан көсһөҙөрәге бирешә һәм яу яланынан ҡасып китә. Ә еңеүсегә инә һыуыр менән ҡала.
Бишбүләктә һыуыр, алйырҙан, йомран кеүек йәнлектәр күп. Шуға күрә лә һыуырҙы хатта район гербында, байрағында урын алған.