07.04.2017 "Ш" тамғаһы дефицитҡа әйләнде
Билдәле булыуынса, РФ премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, 4 апрелдән алып автомобилдәрҙә «Начинающий водитель», «Шипы», «Перевозка детей» кеүек тамғалар ҡуйылырға тейеш.
Әле Өфөнө автомагазиндарында тәгәрмәстәрҙәге шиптарҙың барлығын күрһәткән "Ш" тамғаһы бөткән. Ҡайһы берҙәрендә бығаса 20-25 һум торған наклейканы 200-250 һумға тәҡдим итәләр. Водителдәр аптырап тормай - кемдер бысраҡ тәҙрәлә бармағы менән "Ш" тип яҙһа, бәғзеләр фломастер менән ҡағыҙҙа һыҙып әтмәләй. Аптыранған өйрәк арты менән һыуға сумған - бер кемдең дә 500 һумлыҡ штраф алғыһы килмәй.
Өфөнөң ЮХХДИ инспекторҙары әлегә штраф һалмай, киҫәтеү генә яһай.
Һүрәттәрҙә: баш ҡала автомобилселәре "Ш" тамғаһы менән нимәләр генә ҡыландырмай...