RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош – һынауҙарҙы үтеү

05.04.2017 Тормош – һынауҙарҙы үтеү

Тормош – һынауҙарҙы үтеү Мин, Айзилә Сәғитова, таулы-ҡаялы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы урта мәктәбенең 11 «В» класс уҡыусыһымын. Тик дүртле-бишле билдәләренә генә өлгәшәм. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле, тарих дәрестәре күңелемә яҡын. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткән олимпиада- конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Районыбыҙҙың «Таң» гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып тора. Әле тырышып имтихандарға әҙерләнәм. Ваҡытым тар булыуына ҡарамаҫтан, конкурс хаҡында ишетеү менән районыбыҙҙа ғына түгел, ә бөтә республикабыҙҙа, илебеҙҙә актуаль булған проблемаларҙы күрһәтергә, көсөмдө һынап ҡарарға булдым.

Хәҙерге заманда йәшәү бик еңелдән түгел. Беҙҙе төрлө ауырлыҡ көтөп кенә тора. Ләкин тормош – оло бер һынау. Бәлки, йәшәү мәғәнәһе һынауҙарҙы еңеп сыға белеүҙәлер. Сөнки уларҙың һәр береһе аша беҙ үҙебеҙгә ниндәйҙер тәрбиә, фәһем алабыҙ. Кеше эшләгән хаталарҙы үҙебеҙҙең тормошта булдырмаҫҡа тырышабыҙ. Һәр кем үҙ тормошон, юлын үҙе һайлай.
Эйе, ғүмеребеҙҙе нисек үткәреүебеҙ тик үҙебеҙҙән генә тора: матур, бәхетле итепме йә насар ғәҙәткә бирелеп йәшәүме. Хәҙерге заманда беҙҙең районда ғына түгел, ә бөтә ил буйынса актуаль булып торған проблемалар­ҙың береһе – эскелек. Егетме, ҡыҙмы булыуына ҡарамаҫтан, йәштәр килеп сыҡҡан ауырлыҡты еңә алмай, эскегә һалыша, ошоноң менән бөтә булған донъяһын онота, киләсәгенә яуапһыҙ ҡарай. Урамда эсеп йөрөгән кеше яҡындарына күпме ҡайғы алып килә! Йыш ҡына эскелек арҡаһында балалар етем ҡала. Ә донъяға килгән һәр кеше бала сағын иҫтәлекле, матур, бәхетле, ә иң мөһиме – тулы, татыу ғаиләлә үткәрергә тейеш.
Эскелеккә йәнәшә булып килгән проблемаларҙың береһе – наркомания. Бигерәк тә ул ҡала йәштәре араһында таралған. Әле тормоштоң мәғәнәһе нимәлә икәнен аңлап та етмәгән үҫмерҙәр, барыһын да татып ҡарарға теләп, ошо сир ҡолона әйләнә. Ундай кешеләр, ғәҙәттә, яңғыҙлыҡты үҙ итеүсән була. Йәғни туғандарынан, дуҫтарынан ситләшә. Наркомандар тормоштарының ҡайҙа тәгәрәүен дә аңламай. Бик һирәк осраҡта ғына көслөрәктәре, үҙен еңеп, яңы тормошҡа аяҡ баҫа ала.
Ә ҡайҙан килә һуң ошо алама ғәҙәттәр? Минең уйлауымса, хәҙерге заман кешеһенә эш етмәй. Бына элекке заманды ғына алып ҡарайыҡ: ул ваҡытта бит һәр кемдең тәғәйен эше булған. Уҡыусылар, йәштәр колхоз-совхоздарҙа, төрлө производствола тир түккән. Уларҙың урам буйлап аҙып йөрөргә ваҡыты булмаған. Ғөмүмән, ул заман йәштәре дөрөҫ тәрбиә алған. Ә хәҙер уҡыусылар мәктәптән ҡайтыу менән компьютер, телевизор артына ултыра, мәғәнәһеҙ мәғлүмәтте аңына һеңдерә.
Нимә менәндер шөғөлләнгән баланың төрлө компьютер уйындарына ваҡыты ҡалмай. Тағы ла ата-әсәһе үҙ балаһының тормошон контролдә тотһа, улар бөгөнгө заман технологиялары ҡолона әүерелмәҫ ине. Шуның өсөн дә ҡусты-һеңлеләрҙең тормошон күҙ уңында тоторға, уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәрәк.

Айзилә СӘҒИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне