01.04.2017 Душа-парень
Был хәл колхоз гөрләп торғанда, игенде күпләп сәсеп, баҫыуҙарҙан мул уңыш алған осорҙа була. Ырҙын табағындағы игенде таҙартып, элеваторға ебәреү өсөн ситтән дә халыҡты йыйып алып килеп эшләтә торғайнылар. Шул осорҙа беҙҙең ауылдың бер йәш егете иген таҙартыусы мәрйә ҡыҙы менән таныша. Танышҡанда үҙен: «Меня зовут Йәнегет, а по-русски «Душа-парень», – ти. Ҡыҙҙан: – «А вас как кличать?» – тип һорай. Ҡыҙ: «А я Люба», – ти.
ата-әсәһенә күрһәтеп, улар риза булһа, өйләнер ҙә ҡуйырмын, тип уйлап, кисен ҡыҙҙы велосипедҡа ултыртып, алып ҡайта. Ләкин, ата-әсәһе: «беҙ русса бер һүҙ ҙә белмәйбеҙ, үҙең дә әллә ни шәп һөйләшә белмәйһең, теләһә генә ҡайҙа ит», – тип, йәштәрҙе өйҙәренән сығарып ебәрә. Ҡыҙ күрше рус ауылынан була. Арауыҡ ҡына ара булыуға ҡарамаҫтан, велосипедына ултыртып, Йәнегет уны ауылына алып бара. Өй алдына барып еткәс, бер аҙ һөйләшеп торалар. Бер аҙҙан егет ҡыҙға: “Разрешите вас кругом-кругом держать”, – тип ҡосаҡлап ала, һәм шулай байтаҡ торғандан һуң, таңға яҡын ҡайтырға сығыр алдынан егет ҡыҙға һаубуллашыу һүҙен әйтә: “Ладно, сегодня досвиданья, а завтра серовно попайдешь”, – ти.
Сәриә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Иҫке Балапан ауылы.