29.03.2017 Сыйырсыҡ менән бесәй
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ
Ояңдан осоп сыҡ.
Асығып ултырам,
Шунлыҡтан "ҡоторам".
Ҡыйырсыҡ сыҡты ла,
Ҡанатын ҡаҡты ла.
Йылмайып ҡараны,
Бесәйгә "яраны".
Китмә һин йыраҡҡа,
Остом мин "сыраҡ"ҡа.
Балыҡтың "итле"һен,
Килтерәм "елле"һен!
Ағастың ҡашында
Бесәй, оя башында.
Ҡояшҡа ҡыҙынып,
Яталыр һуҙылып.
Сыйырсыҡ сырылдап,
Осалыр пырылдап.
Көтөп оя кипкәнен,
Бесәйҙең киткәнен.
Хәлиҙә Абдуллина