21.03.2017 "Беҙ үҙебеҙ Бөрйәндән!"
"Күк үләндәр ҡалҡҡас ҡайтам әле,
Үҙебеҙҙең тауҙар иленә..."
Тауҙар илендә тыуып үҫкән кеше генә йөрәк түренән сығарып, күңелдәргә үтеп инеп йырлай алалыр ул был йырҙы. Йыр барышында мәғрүр тауҙар, ҡалын урмандар күҙ алдына килеп баҫты, ә Хәмиҙә Ғүмәрованың моңло тауышы тамашасыларҙы арбаны...
Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы китапханаһында үткәрелгән сара, ошо тауҙар иленән килен булып төшкән ҡыҙҙар менән осрашыу кисәһе булып" Беҙ үҙебеҙ Бөрйәндән" тип аталды.
Һәр бер көндә бәхеттең бәләкәй генә булһа ла бер остоғо табыла, ә бөгөн ил буйынса Бәхет көнө Гөлнур Сөләймәнованың йыры ошо бәхет тураһында ине.
Ата-әсә ҡыҙын кейәүгә биргәндә "Бәхетле бул балам, килен булып төшкән ереңә таштай бат, ҡыҙым "тип оҙата. Ғүмерҙәрен Баймаҡ ере менән бәйләгән, Өмөтбай ауылында таштай батып, итәк тулы балалар үҫтереп, гөрләшеп совхоз эштәренә йөрөп, һыйыр һауып, сөгөлдөр утап, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәй, гүзәл, аҡыллы, намыҫлы, тоғро Бөрйән районынан килен - еңгәләр йыйылдылар бөгөнгө кисәгә.
Өмөтбай ауылына ун биш ҡыҙ килен булып төшкән. Әлеге ваҡытта иң олоһо, Мөсәдиҡа инәй Ғүмәроваға һикһән йәш тулһа, кесеһе Әнүзә Ғүмәроваға ҡырҡ йәш.
Элек йәштәр киске уйындарға ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә йөрөп танышыр булған, дуҫлашҡан. Күп йәштәр шул уйындарҙа буласаҡ тормош юлдаштарын осраттылар ҙа инде. Ә Миңлегөл Ҡужәхмәтова еңгәйҙең тормош юлдашы менән танышыуы ҡыҙыҡ килеп сыға. Нуритдин ағай димләү буйынса бөтөнләй икенсе ҡыҙға килә, ләкин уның дуҫ ҡыҙын, буласаҡ еңгәйҙе күреп, ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешәләр - бына бит ул кеше яҙмыштары.
Тормош иптәштәре баҡыйлыҡҡа китһә лә, үҙ тыуған яҡтарына ҡайтмайынса, иренең ауылында донъя көтөүҙе дауам иткән, хәләл ефеттәрен иҫтәлектәрендә оло һөйөү менән "Сәғитем", " Хәмитуллам","Рифем", " Моффазалым" , тип йәшәгән еңгәләргә һоҡланам.
Әлеге ваҡытта Бөрйән юлдары ялтырап ята, көнөнә әллә нисә тапҡыр барып урарға була, ә элек йылына бер тапҡыр, ҡыш көнө, сана тағылған трактор менән генә ата- әсәләренә, тыуған ерҙәренә, барып ҡайталар ине. Ә ҡалған ваҡытта хаттар ғына араларҙы бәйләй .
Бөгөнгө кисәгә килендәр ҡул эштәрен тотоп килгәндәр. Ә йәй көнө уларҙың баҡсаларында үҫкән сәскә- гөлдәрҙән күҙҙәр ҡамаша.
Кисәгә әҙерләнгәдә Бөрйән районынан сыҡҡан шағирәләргә мөрәжәғәт иттем. Земфира Аҡбутина үҙенең "Һағыш"исемле шиғырын ебәрҙе. Рәхмәт, Земфира, күңелгә үтеп ингән һағышлы шиғыр, йыйылыусы яҡташтарыңдың күңлдәренә май булып ятты, бигерәк тә оҡшаны.
2003 йылда ауылға килгән ғалим-фольклорсы, ҡоролтай рәйесе, мәрхүм Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов яҡташтары менән осрашып, " Аң булайыҡ, ғәмһеҙ булмайыҡ "тигән китабын бүләк итеп, матур теләктәр яҙып киткәйне.
Бөгөнгө кисәне Гүзәл Бүләкова оңло йырҙары менән биҙәне. Кисә һуңында бергәләп сәй эсеп, китапханасыға рәхмәт әйтеп, осрашыуҙарҙың һуңғыһы булмауын теләп ,айырылыштылар бөгөнгө кисәнең геройҙары Асия Бүләкова, Зилә, Ира, Әнүзә, Хәмиҙә Ғүмәровалар, Миңлегөл Ҡужәхмәтова, Гөлнур Сөләймәнова, Сәриә Солтанова, Зөлфирә Һаҙыева, Вәлимә Латыпова, Әлфиә Рахманғолова.
Заман ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көткән ауылым килен- еңгәйҙәре һеҙҙең менән ғорурланам һәм уңыштар, бөтмәҫ- төкәнмәҫ бәхет теләйем. Ауылға килен булып яңы төшкән йәш килендәргә өлгө улар.
Әнүзә Мәжитова