08.03.2017 Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!
Донъя биҙәге ул ҡатын ҡыҙҙар,
Нәзәкәтлек менән нур һибә.
Бар булмышын, барлыҡ көс-ҡеүәтен
Ошо ерҙе йәмләүгә бирә.
Тәбиғәттең барлыҡ сихри көсө
Күскән ҡатын-ҡыҙҙың күҙенә.
Тимерҙәй ныҡ, әммә елдәй йомшаҡ,
Йыр-моң ята күңел түрендә.
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге торош
Мөғжизәгә, тылсым көсөнә.
Бар тәбиғәт биргән матурлығын
Ерҙе биҙәр заттың үҙенә.