RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һин тереклек булып тыуғас, Хаят ҡыҙым, Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом”

07.03.2017 “Һин тереклек булып тыуғас, Хаят ҡыҙым, Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом”

“Һин тереклек булып тыуғас, Хаят ҡыҙым, Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом”Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡыҙы тормошта ла, ижадта ла ихласлыҡты ярата

Беҙ уның менән 20 йылдан ашыу бер коллективта эшләйбеҙ. Матур күңелле, алсаҡ йөҙлө хеҙмәттәшебеҙҙе барыбыҙ ҙа ихтирам итәбеҙ. Уның менән теләгән темаға иркен һөйләшергә мөмкин. Һәр ваҡыт үҙ фекерен еренә еткереп әйтә белә. Һөйләмдәре шундай төҙөк. Атаһы һымаҡ талғын ғына һөйләшә. Атаһы менән бик ғорурлана һәм ныҡ ярата. Ул – бөйөк халыҡ шағирының ҡыҙы. Исеме – Хаят. Әсәһе яратып, тормош тигән мәғәнәгә эйә булған ошо үҙенсәлекле, матур исемде ҡушҡан. Һүҙебеҙ меңдәрсә әҙәбиәт һөйөүсенең кумиры булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡыҙы Хаят Йәрмөхәмәтова тураһында. Атаһының тыуыуына – 85, вафат булыуына 40 йыл тулған көндәрҙә Хаят менән әңгәмәләштек. Уны түкмәй-сәсмәй һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

– Хаят, атайыңды иҫләйһеңме?
– Ул вафат булғанда, миңә 5 йәш тә тулмаған булған бит. Шулай ҙа бер бик бәхетле мәл йөрәгемдә уйылып ҡалған. Мин тыуғас, әсәйем менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәгәнбеҙ. Әсәйем район гәзитендә эшләгән. Беҙ йәшәгән ергә яҡын ғына туҡталыш була торғайны. Бына өйҙән сығып, шунда китеп барабыҙ. Атайымдың ҙур усында – минең бәләкәс кенә ҡулым. Китер алдынан миңә кәнфитме, печеньемы – бер тәмлекәс тоттор­ҙо. Ошо мәл һаман да хәтеремдә. Әсәйем әйтеүенсә, атайым беҙҙе күрергә, хәлебеҙҙе белергә килгән булған. Тағы бер ныҡ матур хәтирәне һөйләгәйне. Ул саҡта миңә ике генә йәш булған. Йәй башы. Тауға барғанбыҙ. Алһыу ғына костюм кейгәнмен, күбәләктәр артынан йүгереп йөрөйөм икән. Атайым ҡарап торған да: «Ә барыбер беҙҙең ҡыҙыбыҙ матур», – тигән. Бында ниндәйҙер мәғәнә булғандыр инде.

– Ә әсәйең менән атайың нисек танышып киткән икән? Миңлебикә апайҙың был турала һөйләгәне юҡмы?
– Әсәйем БДУ-ның филология факультетында башҡорт-рус бүлегендә уҡыған. Ул ваҡытта атайым «Совет Башҡортостаны» гә­зите хеҙмәткәре булған. Студент сағында беренсе тапҡыр күргәндә әсәйем уға артыҡ иғтибар итмәгән. Ә редакцияға эшкә килгәс, яҡындан танышып киткәндәр. Атайым «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналында – яуаплы сәркәтип, әсәйем әҙәби хеҙмәткәр булған. Кәтибә Кинйәбулатова, Таңһылыу Ҡара­мышева, Гөлфиә Юнысова менән бергә эшләгәндәр.

– Әйтеүеңсә, һин бәләкәй саҡта Баймаҡта йәшәгәнһегеҙ. Ә ҡасан Өфөгә килдегеҙ?

– Бында күсеүебеҙҙең сәбәпсеһе мин булғанмын. 1978 йылда: «Әсәй, әйҙә Өфөгә китәйек», – тигәнмен. Дуҫтары ла саҡырған, әлбиттә. Баш ҡалала тәүҙә еңелдән булманы инде. Мине үҫтереү, уҡытыу өсөн әсәйемә бер юлы бер нисә урында ла эшләргә тура килде, ауыр эш тип торманы. Мине лә эшкә өйрәтте. Уға рәхмәтлемен.

– Мәктәптә уҡығанда һинең бөйөк шағир­ҙың ҡыҙы икәнеңде беләләр инеме?
– Беләләр ине. Мин хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем алдым. Бигерәк тә атай­ҙың юбилей көндәрендә тәрбиәсебеҙ мине бөтә синыф алдына баҫтырып ҡуя ла: «Бөгөн – Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Беҙҙә уның ҡыҙы уҡый», – тиһә, үҙемде бик уңайһыҙ тоя торғайным. Атайымдың һеңлеһе, ҡустылары минең турала белеп йәшәне. Әсәйемдең, туғандарымдың һөйөүен тойоп, яратылып үҫеүем менән бәхетлемен.

– Әсәйең һиңә атайыңа оҡшаған сифаттарың тураһында ла әйтәлер әле…
– Эйе, оҡшағанһың,ти. Үәт, әйтһәң әйтәһең дә ҡуяһың, ти атай кеүек тура һүҙле булыуыма. Ихласлыҡ, дөрөҫлөктө яратыуым да унандыр. Мәктәптә иншалар­ҙы ҙур теләк менән яҙа торғайным. Атайым кеүек китапты йотлоғоп уҡыйым. Йөкмәткеһе оҡшаһа, айырыла алмайым да ҡуям, миңә көнөндә уҡып бөтөргә кәрәк. Әсәйем хатта, бүтән эштәрең ҡала, тип әрләй ҙә ине. Әйткәндәй, ул үҙе лә уҡырға бик яратҡан. Бик яҡшы өлгәшкән. Хатта уҡыусы сағында уҡытыусы булмағанда дәресте алып барыуҙы уға ышанып тапшыр­ғандар. Атайыма, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем ныҡ тура килә. Йәшендәй ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бөтәһенә лә өлгөрөп ҡалырға тырышҡан. Эшләмәгән эше булмаған. Ағас эшен дә белгән, һүрәт тә төшөргән, спорт менән дә шөғөлләнгән. Ауыл малайы булғас, унда кәрәкле һөнәрҙәрҙе лә башҡарған. Ул бит ҡатын-ҡыҙ эше тип айырып ҡарамаған. Мауыҡмаған, ҡыҙыҡһынмаған нәмәһе булмаған. Уның кеүектәр бик һирәктер ул. Әсәйем, ҡайһылай күпте беләһең, тиһә, ә мин йәшәгән һайын күпме әҙ белгәнемде аңлайым, тип яуаплаған. Уға юҡҡа ғына Өфөлә интернатта уҡығанда Бабай тигән ҡушамат бирмәгәндәрҙер. Бала сағында уҡ үҙенең исеме Рәмил булһа ла, Рәми тип үҙгәртеп алған. Рәми мәғәнәһе буйынса уҡсы тигәнде аңлата. Нәҡ сәпкә туп-тура атҡан мәргән уҡсы һымаҡ шиғырҙарында әйткән һүҙе лә туранан-тура уҡыусының йөрәгенә барып етә. Йылдар үткән һайын атай тураһында иҫтәлектәрҙе күберәк ишетәм. Шунан һуң уйлап ҡуям: ул бөйөк шағир ғына түгел, һоҡланғыс ир-егет булған. Кеше булараҡ уның тураһында бер генә насар һүҙ ҙә ишеткәнем юҡ. Эскән сағы ла булған. Уны белгән кешеләрҙән: «Бер ҡасан да үҙен йәмһеҙ итеп күрһәткәне булманымы ни?» – тип һорайым. «Юҡ», – тиҙәр. Бөтә әҫәрҙәрендә дөрөҫлөк, тормошҡа һөйөү сағыла. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күпме ижад итеп өлгөргән, ә оҙағыраҡ йәшәһә… Әсәйемә, әлдә мине атайымдан – иҫ киткес һоҡланғыс кешенән тапҡанһың, тип йыш әйтәм.

– Әйткәндәй, һине уның ғаиләһендә нисек ҡабул иттеләр?
– Ҡатыны Надя апай бик ихлас кеше ине бит. Минең турала ишеткәс, редакцияға килеп танышты. Ҡосаҡлап алғайны, шаңҡып ҡалдым, нимә эшләргә лә белмәнем. «Оҡшаған», – тип, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ә ғаиләләре менән танышырға Азамат ағай тәҡдим итте. Мине «Аҡбуҙат» журналы редакцияһында күрҙе лә, осрашырға, аралашырға кәрәк, тине. Шулай итеп, Гөлнара, Урал ағай менән дә таныштыҡ.

– Һиңә атайыңдан рәссамлыҡ һәләте күскән. Бәләкәйҙән һүрәт эшләргә яраттыңмы?

– Эйе, мәктәптә уҡығанда стена гәзиттәрен биҙәй инем. Әсәйем ятаҡта тәрбиәсе булып эшләгәндә лә яҙыу-һыҙыу буйынса ярҙам итә торғайным. Бала саҡта «Башҡортостан пионеры»н алдырып уҡыныҡ. Гәзиттәге Юрий Чувилин, Юлдаш Әхтәмов һүрәттәрен ҡарайым да, мин дә шулай эшләй алыр инем, тип уйлайым.

– Бына бит, фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килгәндер ул, һин хәҙер 20 йылдан ашыу «Йәншишмә» гәзитен биҙәй­һең.
– Мәктәптән һуң ваҡытлыса ғына балалар баҡсаһына урынлашҡайным. Мөдир: «Бала­лар менән уртаҡ тел таба беләһең, кескәйҙәр­ҙе яратаһың, әйҙә уҡы, тәрбиәсе булып урынлаш», – тине лә, ситтән тороп педагогия училищеһына уҡырға индем. Ете йыл ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ә гәзиткә килеүем өсөн Зөһрә апай Ҡотлогилдинаға рәхмәтлемен. Улар шул уҡ балалар гәзитендә эшләгән Зөбәржәт апай Миңлебаева менән икәүләп бала сағымда йыш ҡына тыуған көнөмә килә торғайны, әсәйем менән БДУ аша таныштар. Һүрәт төшөрөргә яратҡанымды беләләр бит инде. Зөһрә апай­ҙың тәҡдиме менән тәүҙә редакцияла гонорарға ғына эшләй башланым. Бер заман балалар баҡсаһы менән редакция араһында йүгерәм. Һүрәттәр ташыйым. Һуңғараҡ «Йәншишмә»гә рәссам итеп саҡырҙылар.

– Һин хәҙер «Китап» нәшриәте менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәһең.
– Эйе, күберәк балалар китаптары өсөн һүрәттәр төшөрөргә тәҡдим итәләр. Эшем бик оҡшай. Был – минең булмышым.

– Лариса Абдуллинаның «Балҡантау рухы» китабының тышлығына эшләгән һүрәтеңде күреп күптәр һоҡланғандыр әле, Байрас улын танымау мөмкин түгел бит, шул тиклем оҡшат­ҡанһың. Был һинең портрет эшләргә лә һәләтең булыуын иҫбатлай.

– Баштан уҡ, Байрасты кәүҙәләндерермен, тип уйлап ҡуйғайным. Әсәһенә эйәреп Матбуғат йортона йыш килә торғайны бит малай сағында. Хас әсәһе, йөҙө хәтергә һеңеп ҡалған.

– Әле атайыңдың тыуыуына – 85, вафат булыуына 40 йыл тулған көндәрҙә ниндәй уй-кисерештәр менән йәшәйһегеҙ?

– Атайымды былай ҙа иҫкә алмаған көнөбөҙ һирәк. Ул – халыҡ һөйөүенә ҡойоноп йәшәгән шағир һәм был һөйөү йылдан-йыл көсәйә генә бара, уны йәштәр ярата, шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Өйҙә атайымдан ҡалған иҫтәлек булып ул бүләк иткән сувенир­ҙар, бергә төшкән фотолар һаҡлана. Баймаҡҡа килгән сағында Гәрәй Исхаҡов тигән фотограф төшөргән. Атайымдың йоҡа ғына итеп ҡырҡып алынған ҡайын ағасына ябай ручка менән миңә арнап яҙған шиғырын ҡәҙерләп һаҡлайым:
Һин тереклек булып тыуғас, Хаят ҡыҙым,
Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом.
Аҡ ҡайындар, атайыңдың сал сәсендәй,
Һиңә һәр саҡ юлдаш булһын – юл бик оҙон.

– Ниндәй мәғәнәле, матур шиғыр. «Был донъяла балҡып йәшә, бул йондоҙом», – тигән. Атайың иҫән булһа, һинең һәләтле рәссам, рухлы, матур кеше булыуыңды күреп, бик ҡыуаныр ине. Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Хаят.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.
Игорь КИНЯПИН фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне