28.02.2017 «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте
Быйылғы бәйгелә 42 конкурсант көсөн һынаны. Иң сибәр 16 ҡыҙ араһында Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, Күгәрсен, Әлшәй, Учалы, Яңауыл, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Белорет, Балтас һәм Ауырғазы райондарынан ҡатнашыусылар бар.
Һылыуҡайҙарға 18 мартҡа тиклем стилист, визажсылар дәрес бирәсәк.
Уларҙы шулай уҡ фотосессия һәм күлдәктәр кейеп ҡарау көтә
«Һылыуҡай-2017» конкурсының финалы 18 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.