13.02.2017 Буранбайҙар
Тарих төпкөлөнән Буранбайҙың
Бығау сыңы ҡалған йыр булып,
Һаҡмар һыуын эскән малайҙарҙың
Күңеленә тулған нур булып.
Шифалымы эскән һыуҙарығыҙ?
Ырыҫлы ер – тупраҡ-ҡәлғәме?
Быуат аша тыуған егеттәргә
Буранбайҙың күскән уй-ғәме.
Ҡурайсылар, йырсы егеттәрҙе
Кем тыңламай икән елкенеп?
Йән тетрәткес ғәжәп, көслө моңға
Экран, сәхнә тора һелкенеп.
Рухы менән улар – Буранбайҙар:
Ҡотоевтар, Раев, Һағынбай,
Аралбайҙар менән Ғәйетбайҙар-
Ғорурланыр ине Буранбай!
Ике ярҙан ике күрше малай
Ил яҙмышын яҡлап, ил айҡай:
Данлы ерҙең маһир уландары-
Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай.
Әҙәбиәт йөгөн алға һөйрәй,
Ил хәстәре Әхмәр башында.
Рәйес Түләк, данла тыуған ерҙе,
Йүгәнең дә булһын, атың да.
Буранбайҙар, әйҙә, алға елһен,
Арымаһын ижад аттары.
Йырығыҙҙы, һүҙегеҙҙе тыңлап,
Ғорурланһын ауыл ҡарттары!
2006 йыл.