RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (3 феварль)

08.02.2017 Ә беҙҙең ауылда... (3 феварль)

Ә беҙҙең ауылда... (3 феварль)
Был аҙнала беҙ Ишембай, Баймаҡ, Көйөргәҙе райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Миңзилә ФӘХРЕТДИНОВА,
Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы:
– Ауылыбыҙҙа күренекле шағир, сатирик, публицист Сулпан Иманғоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Ул – 1932 йылдың 1 ғинуарында элекке Маҡар районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып, ошонда буй еткергән билдәле шәхес. Ауылыбыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ булып тора. Кисәгә әҙиптең ҡыҙы Таңһылыуҙы саҡырҙыҡ, ауылда йәшәгән һеңлеһе, башҡа туғандары ла килде. Изге кисәне мәсеттә мәрхүм яҡташыбыҙға аят уҡытып, саҙаҡа таратып башланыҡ. Артабан сара клубта дауам итте. Шағирҙың бала сағына арналған сәхнә күренеше, уҡыусыларҙың шиғыр уҡыуы, йырҙар – тамашасылар барыһын да ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Хәтер кисәһе сәй табыны артында йәнле аралашыу менән тамамланды.
Ауылыбыҙҙа тағы бер яңылыҡ бар – ағинәйҙәр скандинав йөрөүе менән мауыға башланы. Көн дә киске сәғәт 6-лар тирәһендә клуб янында йыйылабыҙ ҙа, саңғы таяҡтарына таянып, урамдарҙы йөрөп әйләнәбеҙ, сәләмәтлегебеҙҙе нығытабыҙ. Әйткәндәй, бик шәп сара, барыбыҙға ла ныҡ оҡшай.

Альбина ЗАРИПОВА,
Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылы:
– Ауылыбыҙ тураһында “Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер” тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Урман эсендә, бик матур урында урынлашҡан ул. Беҙҙәге кеүек саф һауа башҡа бер ерҙә лә юҡтыр ул. Мамыҡтай түшәлеп ятҡан ҡар, ағастарға эленеп торған тәңкәләре, сикәләрҙе семеткән һыуыҡтар – ҡыштың үҙ матурлығы. Ошо гүзәллеккә һоҡланып, үҙҙәренең һаулығына битараф булмаған бер төркөм ҡатын-ҡыҙ саңғыла ҡышҡы урманға сәйәхәт ҡылдыҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт шағирҙарының шиғыр­ҙарын уҡып, тағы ла бер кинәнес алдыҡ. Киләсәктә бергәләп саңғыла йөрөүҙе дауам итергә тип, дәртләнеп ҡайттыҡ.

Роза ӘБЙӘЛИЛОВА,
Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы:
– Яңы йыл байрамын матур итеп үткәреп, аллаға шөкөр, имен-аман йылды башлап ебәр­ҙек. “Юшатыр” фольклор ансамбле, ағинәйҙәр ойошмаһы мәктәп балалары менән бергәләп иҫкесә Яңы йылды ла күңелле итеп урамда ойошторҙо.
Байрамдар үтте, хәҙер алда матур юбилейҙар көтә. 40 йылдан ашыу табип булып эшләүсе билдәле яҡташыбыҙ Рәжәп Рамаҙан улы менән уның ҡатыны Зәкиә Һәйетҡол ҡыҙы Юлбарыҫовтарҙың алтын туйын һәм ауылыбыҙҙың “Толпар” балалар баҡсаһы мөдире Нурия Ялсыҡаева менән әлеге ваҡытта Морапталда мәктәп директоры булып эшләүсе ауылдашыбыҙ Гөлкәй Шәмсетдинова­ның матур юбилейҙарын үткәрергә йыйынабыҙ.
Беҙҙең яҡта ҡар күп, шуға ҡарамаҫтан, юлдар­ҙы ваҡытында таҙартып торалар. Бының өсөн ауылдың яңы йәш бригадиры Илшат Ялсыҡаевҡа ҙур рәхмәт.
Ҡышҡыһын халыҡты борсоған тағы бер мәсьәлә – киҙеү. Быйыл күберәк ололар сирләне. Бала­лар­ҙың барыһына ла тиерлек прививка эшләтелгәс, ауырыһалар ҙа, сирҙе еңел үткәрҙеләр. Әле киҙеү бөтөп бара, ауырыусылар һирәк-мирәк кенә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне