27.01.2017 "Мираж"дар ҙа юлдағы хәүефһеҙлек өсөн
80-се йылдар аҙағында - 90-сы йылдар башында ғәйәт популяр, хәҙер ҙә күптәр яратып тыңлаған "Мираж" поп төркөмө йырсыһы Маргарита Суханкина һәм иптәштәре "Билдәле кешеләр юл хәүефһеҙлеге яҡлы" акцияһында ҡатнашты.
Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдиновтың тәҡдиме менән республикалағы танылған йырсылар, артистар һәм башҡалар "Билдәле кешеләр юл хәүефһеҙлеге яҡлы" акцияһында ҡатнаша. Был акцияла йырсылар Дамира Сәйетова, Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәния Фәрхи, Рөстәм һәм Ләйлә Ғәлиевтар, Лилиә Ирназарова, артист Әнүәр Нурғәлиев, биатлонсы Максим Чудов, алып барыусы Мирхәт Ғайсин ҡатнашты. Илебеҙҙә ныҡ билдәле "Руки вверх!" төркөмө етәксеһе Сергей Жуков та "Беҙҙе барыбыҙҙы ла өйҙә көтәләр" плакаты менән фотоға төштө.