23.01.2017 Эремсектән печенье
400 г эремсек, 250 г маргарин, 500 г он, 1 балғалаҡ сода йәки ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Был ингредиенттарҙан ҡамыр баҫып, йәйергә һәм түңәрәк форма менән ҡырҡырға. Һәр түңәрәктең өҫтөнә шәкәр һибергә, шәкәрле яғын эстә ҡалдырып, ярым түңәрәк яһап бөкләргә, ярым түңәрәкте тағы ла шәкәрләп, өсмөйөш формаһына килтереп бөкләргә. Килеп сыҡҡан өсмөйөштөң өҫтөнә шәкәр һибеп, табаға һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 25 – 30 минут бешереп алырға.