13.01.2017 Баллы торт
Корж өсөн: 2 йомортҡа, 100 г аҡ май, 150 г шәкәр, 2 ҡалаҡ бал, 1 балғалаҡ сода йәки ҡамыр йомшартҡыс, сама менән он алына.
Крем өсөн: 2 стакан ҡаймаҡ, 1 стакан шәкәр, 2 балғалаҡ ванилин.
Әҙерләү: майға бал һәм шәкәр ҡушып болғатырға, берәмләп йомортҡаларҙы ҡушып, туҡтатмай ғына туҡып, он һәм сода һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы 6 өлөшкә бүлеп, йәймә йәйеп, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 5 – 6 минут бешерергә. Ситтәрен түңәрәкләп тигеҙләп ҡырҡырға. Крем өсөн ингредиенттар ҡушып туҡылған иретмәне мул ғына итеп йәймәләргә һөртөп, уларҙы ҡатларға. Тигеҙләп киҫкәндә ҡалған өлөштәрҙе ваҡлап, торттың өҫтөнә һибеп, 1 – 2 сәғәткә крем һеңһен өсөн һыуытҡыста тоторға.