24.01.2017 Гәзит килмәһә, ниҙер етмәгән кеүек
Йәштәр гәзитен бала саҡтан алдырып уҡыныҡ. Сөнки атайым, ул ваҡытта, 60 – 70-се йылдарҙа, сыҡҡан бөтә республика баҫмаларын һәм үҙәк баҫмаларҙы алдыра һәм бәләкәстәргә, шәл бәйләп ултырыусы әсәйемә ҡысҡырып уҡый торғайны. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Ҙурыраҡтар үҙҙәре уҡыһа, беҙ уның уҡығанын тыңланыҡ. “Ағиҙел” журналынан Ноғман Мусиндың повестарын, Муса Гәрәев тураһында уҡығанын иҫләйем. Һуңынан журнал-гәзиттәрҙе кемуҙарҙан алдараҡ эләктереп, уҡырға тырыша инек. Мин Хәйбулла районының Әбеш ауылында үҫтем. Ағайым Камил Илембәтов, апайым Рәхимә Ниғмәтйән ҡыҙы, ҡустыларым да әле лә бик күп гәзит-журнал алдыра. Сөнки гәзит килмәһә, нимәлер етмәгән кеүек тойола. Сканворд, кроссвордтарҙы сисергә лә яратам. Яратҡан шағирым Рауил Бикбаевҡа арналған сканвордты сисеп, шағирҙың автографлы китабын алып ҡыуандым. Тағы ла башҡа сканвордтарҙы ла дөрөҫ сисеп, шатланғаным бар. Гәзиттең аҙнаһына бер генә килеүе насарыраҡ, шулай ҙа шәмбене бик ныҡ көтөп алам. Бигерәк тә “Яңылыҡтар”, “Ә беҙҙең ауылда…”, “Үәт, әй!”, “Тормош юлдары ҡатмарлы”, эшҡыуарҙар тураһында яҙылған мәҡәләләр, сканворд-башватҡыстар оҡшай. Гәзиттең һәр һанын көтөп алабыҙ. Ҡыҙыҡлы хикәйәләрҙе таныштарыма ла биреп уҡытам.
Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, гәзит тиражының артабан да артыуын теләйем.
Әминә ЮНЫСОВА.
Салауат районы,
Юлай ауылы.