12.01.2017 “Простит итмәйем”
Элек ауыл магазинына яҡын ғына өйҙә бер ҡарсыҡ йәшәй ине. Уның йыуаш булыуын файҙаланып, колхозсылар эш хаҡы алған һайын магазиндан араҡы алып, был әбейҙең өйөнә инә лә эсә икән. Әбейҙең оло йәштәге ҡәйнеше булған. Ул еңгәһенең ирҙәрҙе өйөнә индереп, эске ойоштороуына көйөнгән һәм бер көн еңгәһен әрләп ҡайтып киткән.
Иртәнсәк ҡәйнеше эшкә киткәс, әбей килененә кисә булған хәлде һөйләргә барған.
– Килен, кисә мине ҡәйнеш бик ныҡ итеп әрләп китте, әрләй-әрләй ҙә, ищ-щү, проститутка, тип әйтә бит әле. Юҡ, килен, әйтерһең, простит итмәйем, бушты юҡҡа әрләнеп тороп, простит итергәме уны? – тип ҡайтып киткән.
Сәриә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Иҫке Балапан ауылы.