09.01.2017 Сәфәрҙәребеҙ имен тамамланһын
Бөгөн Туймазы районында, Һамар-Өфө-Силәбе юлының 1297-се саҡрымында оло юл фажиғәһе булды. "Опель-Астра" еңел автомобиле менән МАЗ автопоезы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә Опелгә ут тоҡанған, водителе һәләк булған.
Бәрелеш шул тиклем көслө булған, хатта ауыр автопоезд бөкләнеп, тягач кабинаһы киреһенә әйләнеп ысҡынған.
Кисә Архангель районында йөк контроле станцияһына етмәҫ борон ошо мәлдә ВАЗ-2115 мышыны бәрҙергәнен күрҙек. Урман йәнлеге юл ситендә ята ине, машина ла ныҡ зыян күргән. Мышы ҡараңғыла фара яҡтыһына ырғыған.
Ашыҡмайыҡ, дуҫтар, "газ"ға баҫмайыҡ! "Эй, не то" тип фураларҙы "обгонять" итмәйек! Кеше ҡазаһы беҙгә оло һабаҡ, фәһем алайыҡ!