22.12.2016 Ер “эрзинкә” түгел шул…
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был йылдың һуңғы ултырышына йыйылды. Унда 50 мәсьәлә ҡаралды, шул иҫәптә 27-һе – республика, һигеҙе федераль закон проектына бәйле.
Ишеткәнһегеҙҙер, “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индереү буйынса ла документты уҡыйҙар ине. Был юлы уны ҡабул иттеләр. Тап ошо закон проекты шау-шыу ҙа ҡуптарҙы, сөнки ул торлаҡ төҙөүгә бушлай ер участкаһы бүлеүгә арналған.
Бушлай ерҙе кем алырға тейеш? Әлбиттә, кемгә кәрәк – шул! Ер айырыуса күп балалыларға, инвалид бала тәрбиәләүселәргә кәрәк. Ғөмүмән, һәр кемгә кәрәк инде ул.
Әлеге закон проектында яҙылыуынса, ер барыһына ла рәттән бүленмәйәсәк. “Мохтажлыҡ критерийы” (“критерий нуждаемости”) индерелә. Бер тапҡыр дәүләттән ярҙам алғанһың икән, икенсегә булмай, тигән һүҙ был. Башлыҡ законға ҡул ҡуйһа…
Ә мохтаждар сираты-ыыы!