RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшәйеш һулышы”нда йыл йомғаҡтары барланды

20.12.2016 “Йәшәйеш һулышы”нда йыл йомғаҡтары барланды

“Йәшәйеш һулышы”нда йыл йомғаҡтары барландыКисә Билал ауылының йыл дауамындағы көнитмешен барлап “Йәшәйеш һулышы” исемле кисә үтте.
Хәҙерге заманды киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙары, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә. Гәзит-журнал мәғлүмәт биреү, фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. Кисәлә “Атайсал” гәзите хәбәрселәре Линара Ҡырымғужина һәм Альбина Ҡоҙашева ҡатнашты.
Яңы йылды һәр кем яңы уй-ниәттәр, өр-яңы пландар менән ҡаршы ала, эштәренә йомғаҡ яһай. Ғүмер йомғағын һүтә белеү, һәр көнөңдә изгелектәр эшләү, бәлки, үҙе бәхеттер. Кисәлә ауылда үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһалды, йыр-бейеү менән сәхнә күренештәре аралашып барҙы.

Бөгөнгө матбуғат тураһында кисәгә килгән һәр кем үҙенең фекерен дә белдерҙе. Мәғариф ветераны Илдүсә Әминева ҡунаҡтарға түбәндәгене әйтте:
- Беҙ район гәзите "Һаҡмар"ға яҙылабыҙ, сөнки райондағы яңылыҡтарҙы шунан аша алабыҙ. "Йәшлек" гәзитен алдырабыҙ, сөнки ул республика гәзиттәре араһында иң яратып уҡыған гәзиттәребеҙҙең береһе. "Атайсал" гәзитенә лә яҙылабыҙ һәм ул шуның өсөн тип әйтерлек булһын. Яратып уҡыған баҫма рәтенә күтәрелергә яҙһын, матбуғат дуҫтарығыҙ күп булһын".
Кисәлә "Йыл парҙары", оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе, быйыл алтын юбилейҙарын билдәләүсе Сәлимә һәм Мансур Кәримовтар, Сәрүәр һәм Солтан Мөхәмәтйәновтар, Ғәлиә һәм Ирек Зәйнуллиндар билдәләнде. Үҫмерҙәр өсөн үткәрелгән "Аҡйондоҙ, Аҡйегет" бәйгеһе "Йыл сараһы" тип табылды. Ололар өсөн үткәрелгән "Алтын ҡомартҡы" кисәһе йыл сараһы тип табылды.
Ләйсән Булатова һәм Нуриман Кәримов М. Кәримдең "Ярлыҡау" әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Д.Әхмәтова етәкләгән "Йәйғор" бейеү ансамбле бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Бик күп йыр бәйгеләрендә ҡатнашыусы Ф.Ҡаһарманова йырҙарын тамашасылар яратып тыңланы.
Был көндө күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр тәбрикләнде, мал көтөүселәр, ҡош-ҡорт аҫраусылар, сәскә-гөлдәр үҫтереүселәр, ҡул эштәре менән булашыусы ханымдар ҙа ситтә ҡалманы.
Кисәне үткәреүҙә ярҙам иткән мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларға, уҡыусыларға, "Йәйғор" бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Әхмәтова һәм уның уҡыусыларына, матур слайд эшләүсе уҡытыусы Сәғирә Кәримоваға, мәғариф ветераны Илдүсә Азат ҡыҙы Әминеваға, уҡытыусы Илүзә Әфләтүноваға, Билал мәктәбенең мәктәп алды төркөмө тәрбиәләнеүселәренә, уларҙың тәрбиәселәре Рима Рим ҡыҙы һәм Алина Тимерғәле ҡыҙына, кисәлә ҡатнашҡан ауылдаштарға, "Атайсал" гәзитенә яҙылыусыларға ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла уңыштар, именлек - һаулыҡ теләйем!










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне