10.12.2016 Балтаға мәҙхиә
Балалар балта тотҡан, тип,
Яу һалды бөтә донъя.
Берәүҙәр сүптән сүмәлә
Шулай тиҙ яһап ҡуя.
Атайым - балта оҫтаһы,
Өс ағайым да - оҫта.
Эш юҡта балта - ҙур ярҙам
Ялғарға осон осҡа.
Бөртөк ҡустымдың ҡулында
Уйнап тора балтаһы.
Биш балаһын аҫырарға
Бер сара - ҡалайтаһың.
Ирем дә - балтаға маһир,
Улым да унһыҙ тормай.
Утын ярыу - минең хобби -
Ҡулымда балтам йырлай.
Ирмен тигән ир кешенең
Балта булһын ҡулында.
Донъя көтөү, ул үҫтереү
Булһын тағы уйында.
Уғын юнған, кереш тартҡан -
Ҡораллы булған бабам.
Балтаһынан яҙҙырмаһын
Башҡорт балаһын Аллам!