06.12.2016 Һәр яҡтан да уңған ҡыҙ
Һүрәттәге һылыуҡай – Әлиә Рәшит ҡыҙы Рәшитова. Ул Архангел районының Горный ауылында тыуып үҫкән. Әлиәгә 18 йәш.
Бәләкәй сағынан хайуандарҙы яратыуы уны Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына алып килгән. Ҡыҙ йәмәғәт эшендә лә әүҙем, быйыл йәйгеһен “Ырыу” командаһы менән Белгород ҡалаһында IV Рәсәй юғары уҡыу йорттары студенттары ижады фестивалендә ҡатнашып, I дәрәжә лауреат исемен алыуға ҙур көс һалған.
Әлиә буш мәлдәрендә тәбиғәт күренештәрен оҫта итеп фотоға төшөрә, йырларға ярата.