06.12.2016 Гәзит ваҡытында килһен
Гәзитегеҙҙе һағынып көтөп алам һәм яратып уҡыйым. Бер йыл да яҙылмай ҡалғаным юҡ. Ауылға барһам, гәзит көнөндә килә. Ә беҙҙең Салауат ҡалаһында йома сыҡҡан гәзитегеҙҙе дүшәмбелә алған ваҡыттар бар. Почтальондан, кем «Йәшлек» алдыра, тип һорап, гәзитте минән алып уҡып киткәндәре лә бар. Гәзит ваҡытында килмәгәс, быйыл яҙылырғамы-юҡмы икән, тип икеләндем әле. Ошолай ваҡытында килмәһә, бәлки, яҙылып та булмаҫ. Шулай ҙа хатымды уҡып, гәзитте үҙ ваҡытында килтереүҙә ярҙам итерһегеҙ тип ышанам.
Зөлфиә ӘБДЕЛМӘНОВА.
Салауат ҡалаһы.
Гәзиттең уҡыусыларға ваҡытында таратылыуы өсөн почта яуаплы. Һеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе Рәсәй почтаһының Башҡортостан идаралығының «ҡыҙыу линия»һына еткерҙек. Өҙөклөктәргә юл ҡуйылмаҫ тип ышанабыҙ. «Йәшлек»те ваҡытында ҡулына алмаған, ҡайһы бер һандарын почтальондар бөтөнләй килтермәгән осраҡтарҙа 8(347)276-66-44 номеры буйынса почтаның «ҡыҙыу линия»һына шылтыратып, дәғүәләрегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ.