01.12.2016 Һәләтле бала тәрбиәләгеҙ
- Балағыҙҙың һәр һорауына тура һәм түҙемле генә яуап бирегеҙ.
- Уның бүлмәһендәге һәм өҫтәлендәге тәртипһеҙлек өсөн әрләмәгеҙ. Киреһенсә, ул шөғөлләнһен өсөн шарттар тыуҙырығыҙ.
- Уңыштары өсөн генә түгел, ә балаң булғаны өсөн яратыуығыҙҙы унан йәшермәгеҙ.
- Балағыҙға һәр ваҡыт хәленән килгән эш йөкмәтегеҙ.
- Етешмәгән яҡтарын күрһәтеп, башҡа балаларҙан һин насарыраҡ, тип бер ваҡытта ла әйтмәгеҙ.
- Теге йәки был мауығыуын, шөғөлөн үҫтереү өсөн кәрәкле китаптар һәм башҡа нәмәләр һатып алығыҙ.
- Фекерләргә, уйларға өйрәтегеҙ, уға ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе даими уҡығыҙ.
- һәр нәмәгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышығыҙ. Төрлө ваҡиғалар, хәлдәр уйлап сығарыуына, хыялдарына ҡаршы килмәгеҙ.
- Балағыҙ менән көн һайын икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшергә ваҡыт табығыҙ.
- Ғаилә эштәрен йәки сәйәхәтте планлаштырғанда балағыҙҙы ла ҡатнаштырығыҙ.
- Бер ваҡытта ла хаталарынан көлмәгеҙ һәм үсекләмәгеҙ.
- Кәрәк ваҡытта яҡшы эштәре өсөн маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ.
- Балағыҙҙы үҙен ололар менән ололарса тоторға өйрәтегеҙ.
- Ялғанға, тупаҫлыҡҡа юл ҡуймағыҙ