23.11.2016 Эремсекле печенье
150 г он, 150 г шыйыҡ бал, 150 г эремсек, 150 г шәкәр, 100 г аҡ май, ярты лимон, 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 1 балғалаҡ төйөлгән дәрсен (корица) кәрәк.
Тәрән табаға май һалығыҙ, бал өҫтәгеҙ, май ирегәнсе һәм бал менән ҡушылып бер төрлө ҡатнашма хасил булғансы болғатығыҙ. Аҙаҡ уттан алып, бер аҙ һыуытығыҙ. Эремсекте иләк аша үткәреп, бал һәм май ҡатнашмаһына өҫтәгеҙ. Лимонды ҡабығы менән бергә ҡырғыс аша ҡырығыҙ. Эремсек ҡатнашмаһын икенсе һауытҡа бушатығыҙ, йомортҡа һарыһы, лимон, дәрсен һәм ҡамыр йомшартҡыс өҫтәп, яҡшылап бутағыҙ. Онға эремсек ҡатнашмаһын ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ һәм уны 1 см ҡалынлыҡта йәйегеҙ. Түңәрәк, шаҡмаҡ итеп ҡырҡып алығыҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырығыҙ. Печеньены майлы табаға теҙегеҙ, өҫтөнә шәкәр һибегеҙ һәм 15 минут бешерегеҙ. Табынға бирер алдынан өҫтөнә шәкәр оно һибегеҙ.