RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (18 ноябрь)

21.11.2016 Ә беҙҙең ауылда... (18 ноябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (18 ноябрь)
Был аҙнала беҙ Бөрйән, Йылайыр, Илеш райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Сәғирә ЮЛСУРИНА, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы:
– Ауылыбыҙҙа халыҡ күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡаҙ бәпкәләрен үҫтереүселәр бигерәк күп була. Быйыл ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәре күп балалы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе – Гөлназ менән Сәлимйән Ишморатовтарға ҡаҙ өмәһенә барҙыҡ. Хужалар матур итеп өҫтәл әҙерләп, өмәселәрҙе йылы ҡаршы алды. Эшебеҙ бик ырамлы барҙы. Оҫта баянсыбыҙ Хәмит Тимербаевтың баянда төрлө көйҙө уйнауын тыңлап, үҙебеҙ ҙә йырлап, ҡаҙҙарҙы тиҙ арала йолҡоп бөттөк. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ майының шифаһы хаҡында үҙҙәре белгәндәрҙе, уны нисек ҡулланыуҙары тураһында һөйләне. Яңы йыл табынына ҡаҙҙы нисек итеп тултырып бешереү хаҡында ла серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Ҡыҙҙар менән киләһе йыл да күпләп ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтерергә, ошолай өмәләр үткәрергә тип килештек. Ҡаҙҙарҙы йылғала сайҡап ҡайтҡандан һуң, өҫтәл артына йыйылғас, әңгәмә тағы ла йәнлерәк дауам итте. Хужабикә ҡаҙ һурпаһы һәм тәмле ҡаҙ бәлеше менән һыйланы.
Бергәлектә – көс. Һуғым өмәләре башланғансы, Ишморатовтарҙың бер ҙур эшен теүәлләп ҡуйҙыҡ – ҡаҙҙарын һуйырға ярҙам иттек. Балалары менән ҡыш ҡыуанып ашарға яҙһын, бәрәкәте булһын. Донъялар имен, үҙебеҙ һау булайыҡ.

Фидан БОҪҠОНОВ, Йылайыр районының Үрге Ғәле ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Урындағы инициативаларҙы яҡлау проектына ярашлы, ауыл хакимиәтенә этәргесе булған МТЗ – 82,1 тракторын алып ҡыуандыҡ. Муниципаль заказдың хаҡы – 1 млн 260 һум. Техниканы алыуҙа ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡынан аҡса йыйҙыҡ, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, «Патриот» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ошоғаса ауыл урамдарындағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, өмәләрҙә сүп-сар сығарыу өсөн фермерҙар менән килешеү төҙөнөк. Был ҡиммәткә төшә ине. Хәҙер ауыл хакимиәтенең тракторы булғас, яғыулыҡҡа ғына аҡса тотоноласаҡ.
Трактор юлдарҙы ҡарҙан таҙартасаҡ, йәйгеһен улар­ҙы тигеҙләйәсәк. Ауыл тирәләй янғынға ҡаршы һыҙаттар эшләүҙә ҡулланырбыҙ, тибеҙ. Янғын булған осраҡта, һыу тултырылған һауытты ла ташыясаҡ. Яңы техниканы урамға ултыртып ҡуйып булмай. Шуға уға күмәк көс менән гараж да эшләнде.
Үрге Ғәле ауыл хакимиәте, урындағы инициативаларҙы яҡлау проектына ярашлы, 2014 – 2015 йылдарҙа ла ярҙам алғайны. Сидоровка, Байғужа ауылдарында урамдар араһындағы юлдар төҙөкләндерелде.

Рәмилә ӘБҮБӘКЕРОВА, Илеш районының Базытамаҡ ауылы:
– Беҙҙең ауылдың мәҙәниәт йорто базаһында «Күп функциялы ауыл клубы» асылды. Быйыл был ике ҡатлы бинаға ремонт эшләнеп, ул бүлмәләргә бүленде. Яңыртылған мәҙәниәт йортонда тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡунаҡ мөйөшө, спорт-уйын зоналары, тренажер залы урынлашҡан. Моделле китапханаға ололар, балалар, шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә йөрөй ала. Балаларға ла айырым зона бар. Улар бында төрлө үҫтереүсе уйынсыҡ менән уйнай, китаптар ҡарай.
Үҙәк компьютер техникаһы менән тәьмин ителгән, интернетҡа инергә мөмкин. Базытамаҡ ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа күп милләтле халыҡ йәшәй. Мәҙәниәт йортонда удмурт, мари, татар фольклор, вокал, бейеү ансамблдәре эшләп килә. Үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары район, республика кимәлендәге йыр-моң бәйгеләрендә һынатҡаны юҡ.
Бына шулай ауыл кешеләре ғаиләләре менән гөрләп эшләп торған һәм яңыртылған мәҙәниәт усағына килеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтыу мөмкинлегенә эйә булды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне