18.11.2016 Буласаҡ табип
Ейәнсура ҡыҙы Миләүшә Шәйәхмәтова тиҙҙән ҡулына диплом аласаҡ
Табип булыу – юғарынан бирелгән һәләт тә, кешелек алдындағы изге бурыс та, үҙенә күрә бер матурлыҡ та. Медицина өлкәһендә үҙ урыныңды табырға теләһәң, мотлаҡ һөнәреңде генә түгел, ә барлыҡ донъяны ярата белергә кәрәктер. Осраҡлы ғына табип һөнәрен һайлаусыларҙы әле быға тиклем осратҡаным булманы. Бәлки, улар, юғары уҡыу йортон тамамлаһа ла, хеҙмәт юлын икенсе йүнәлештә башлағандыр.
Миләүшә Кәрим ҡыҙы Шәйәхмәтова – бала саҡтан табип булырға хыялланып, ҡурсаҡтарын “дауалап” үҫкән ҡыҙ бала. Ә хыялын тормошҡа ашырыу өсөн уға әҙ генә ҡалған: йәш ҡыҙ бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында, 6-сы курста белем ала. Ҡулына диплом алып һөйөнөргә ете ай ғына ваҡыт ҡалған. Хәйер, ул тәжрибә туплау маҡсатында хеҙмәт юлын башлаған да инде: Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй.
– Табиптарҙа, кешеләргә ярҙам итеү теләгенән тыш, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм белемгә ынтылыш булыуы ла мөһим. Улар һәр ваҡыт өйрәнә, уҡый, камиллаша. Беҙ бит алты йыл уҡып, ҡулға диплом алғандан һуң да, ике йыл дауамында ординатурала һайлаған йүнәлеш буйынса белем алырға тейешбеҙ. Медицина университетында тәүге курстарҙа айырыуса ауыр. Уҡыу программаһы ҙур, ҡатмарлы фәндәр. Етмәһә, бер нисә дәрес мәйетханала үтә. Ҡурҡыу хистәре лә, аптырау ҙа, йоҡоһоҙ үткән төндәр ҙә булды. Әммә сигенмәнем: ҡуйған маҡсатыма ирешергә тейешмен, тип һәр ваҡыт алға ынтылдым. Уҡыуымды тамамлағас, ҡайҙа эшләүем тураһында әлегә уйламаным. Тыуған яҡ та үҙенә тарта, йәшлегемдең иң күңелле саҡтары үткән Өфөнән дә айырылғы килмәй. Иң мөһиме – һөнәр алыу, яҙмыш ҡушҡан ерҙә эшләрмен әле, – ти буласаҡ табип.
Миләүшә Ейәнсура районының Абзан ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарынан уҡ үҙен уҡыу алдынғыһы итеп таныта. Йәш саҡ – дәртле саҡ, тиҙәр. Бөгөн дә студент ҡыҙ әүҙем тормош алып бара: уҡыуҙан һәм эштән тыш, төрлө мәҙәни сараға йөрөй. Йырға һәләте бар, киләсәктә үҙен эстрада йыр конкурсында һынап ҡарамаҡсы. Бынан тыш, массаж яһау серҙәрен өйрәнә, бәйләм бәйләргә, бешеренергә ярата, спорт менән шөғөлләнә. Һирәк эләккән ял минуттарында дуҫтары менән тәбиғәткә сығырға тырыша. Уҡыуҙа алдынғы, эштә тырыш Миләүшә 10-сы класта уҡып йөрөгән һеңлеһе Лилиә өсөн өлгө булып тора. Киләсәктә ул да апаһы кеүек табип һөнәрен һайламаҡсы.
Миләүшә Шәйәхмәтоваға иҫән-һау диплом алып, һайлаған аҡ халатлы һөнәренә тап төшөрмәйенсә, Гиппократ антына тоғро ҡалып эшләргә яҙһын.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.