21.11.2016 “Йәшлек” һарыҡ тарата?!
Башватҡыстар сисергә яратҡан дуҫтарыбыҙ өсөн гәзитебеҙҙә кроссворд, сканвордтарҙы һан һайын биреп барабыҙ. Дежур телефон аша (йәшеренгән асҡыс һүҙҙе табыусылар араһында конкурс бара) республикалағы иң шәп кроссворд сисеүселәрҙе лә белеп бөттөк. Бик күмәк тә икән үҙҙәре.
Бына шундай аҡыллыбаш дуҫтарҙы тағы ла дәртләндереү маҡсатында конкурс иғлан итәсәгебеҙ хаҡында үткән һанда белдереү яҙғайныҡ инде. Һәм төп шартты ҡабатлайбыҙ – “Йәшлек”кә бер йылға яҙыл да конкурста ҡатнаш!
Ярыш яңы йылдан һуң башлана. Баш ватырға һәм ҡатырырға яратыусыларҙың дөрөҫ яуап тапҡан һәр береһе абсолют еңеүсе була ала. Үҙенә күрә бер көрәш һымаҡ бит инде ул кроссворд сисеүе, шулай бит? Буш шаҡмаҡтар менән көрәшәһең, ҡайһы саҡ аҡылың менән логикаң да көрәшкә сыҡҡылай. Ә көрәштә еңеүсегә нимә тейеш? Әлбиттә – тәкә! Уныһын да булдырабыҙ – Әлшәй районының Ҡармыш ауылы фермеры Мөнир Шәймөхәмәтов үҙе үҫтергән тоҡомлоһон вәғәҙәләй.
Хәҙер ни эшләргә? Гәзиткә яҙылырға ла, конкурс башланғанын көтөргә генә. Подписка дауам итә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Мөхәрририәт.