09.11.2016 Ижади бәйгебеҙ башланды!
Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә арналған акция, шулай итеп, гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде.
Ике йыл дауамында конкурста йөҙҙән ашыу 10 – 11-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ колледж-училище студенттары ла ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәткән мәҡәләләр, шиғырҙар, төрлө проекттар тәҡдим итте. Конкурсанттар гәзит уҡыусыларын, аҙаҡтан баһалама ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙа Булат Солтангәрәевтың изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла.
Быйылғы бәйгенең шарттары шул уҡ ҡала. 10 – 11-се класта уҡыусыларҙың эштәре 2017 йылдың Һуңғы ҡыңғырау байрамына тиклем ҡабул ителәсәк, лауреаттар ҙа шул мәлдә асыҡланасаҡ. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендәге премия тапшырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.
Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда уҡыуҙағы уңыштарығыҙ һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙырға онотмағыҙ. “Бәйләнештә”ге сәхифәләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”).
Булат Солтангәрәев милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген уйланы, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортҡа ла маһир булды ул. Үкенескә күрә, бынан биш йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.