RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милиция “Жигули”һына - һәйкәл

09.11.2016 Милиция “Жигули”һына - һәйкәл

Милиция “Жигули”һына - һәйкәлКисә Октябрьский ҡалаһының эске эштәр бүлеге янында совет милицияһы транспорты – ВАЗ-2101 “Жигули” автомобиленә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Тап ошондай, ҡәнәри төҫлө, күк һыҙатлы, ишектәрендә Советтар Союзының дәүләт гербы төшөрөлгән машиналар ХХ быуаттың 70-се йылдарында Дәүләт автоинспекцияһы, участка инспекторҙары тарафынан эшкә “егелгән”.
Октябрьский ҡалаһының ДАИ хеҙмәтендә лә беренсе моделле “Жигули”ҙар күпләп ҡулланылған. 10 ноябрь - Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө алдынан данлыҡлы машинаға һәйкәл асылыу бик матур күренеш булды.
Байрам тантанаһында Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та булды. Ул ҡыҙыл таҫманы киҫте һәм автомобиль моторын ҡабыҙып ҡараны, сигнал-тауыш көсәйтеү ҡоролмаһын, маяҡтарҙы эшләтеп ҡараны. Аҙаҡтан ул Ветерандар советы рәйесе Радик Еникеевҡа эске эштәр бүлеге музейы өсөн машинаның асҡыстарын һәм ВАЗ-2101 автомобиле моделен тапшырҙы.

БР буйынса ЮХХДИ Идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов: “25 йыл элек мин тап ошондай автомобиль менән Дәүләт автоинспекцияһында эш башланым. Беҙҙең өсөн был ДАИ патруль машинаһына иң тәүге һәйкәл булып тора. Ул шул ваҡыт эпохаһын күрһәтә, йәш быуын беҙ ниндәй автомобилдәрҙә эш башлағанды күрергә тейеш.”










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне