14.10.2016 Ун көнлөктә «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
“Йәшлек”те һәм башҡа башҡорт баҫмаларын яратыусы дуҫтарыбыҙға һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ – матбуғатҡа яҙылыу барышында мотлаҡ ташламалы хаҡтарға декада, йәғни ун көнлөк иғлан ителә. Был юлы ла тик һеҙҙең өсөн генә 13 октябрҙән 23-өнәсә дауам итәсәк ул. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Тағы ла шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: подписка көндәре-айҙарында яратҡан гәзит-журналдарға яҙылып, бына тигән бүләк тә ота алаһығыҙ. Уның өсөн әллә ни күп кәрәкмәй, бары тик бер республика, бер урындағы гәзиткә (журналға) алты айға йә бер йылға квитанция тултырырға ла, күсермәләрен Өфөләге редакцияларға ебәрергә генә. “Республика Башкортостан” нәшриәт йортона (Киров урамы, 45-се йорт, подписка бүлеге) ла юллағыҙ. Аҙна һайын бүләктәр уйнатыла. Кем белә – бәхет һеҙгә йылмайыуы ла бик мөмкин. “Йәшлек” гәзитенә яҙылыусыларҙан ҙур ғына төркөм суперприздар оторға ла өлгөрҙө.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, 13 – 23 октябрҙә баҫмабыҙға яҙылыу хаҡтары арзанайҙы: “Йәшлек”кә бер айға яҙылыу 109 һум 58 тин (башҡа көндәрҙә – 124 һум 9 тин). Тимәк, ярты йылға 657 һум 48 тингә төшәсәк. Тотош йылға 1240 һум 9 тингә яҙылырға мөмкин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!