19.10.2016 Сайра балығынан туҡлыҡлы аҙыҡ
1 консерва сайраны табаға йә противенға һалып, яҡшы итеп иҙегеҙ. Шунан өҫтөнә ваҡ итеп туралған картуфты балыҡ күренеп тормаҫлыҡ итеп йәйеп һалығыҙ. Икенсе һауытҡа 2 – 3 йомортҡа һытығыҙ, ҡаймаҡ, майонез өҫтәгеҙ, бер аҙ һөт ҡушып, он, тоҙ һалығыҙ ҙа яҡшы итеп туҡығыҙ. Шыйыҡ ҡына булырға тейеш. Шул массаны картуф өҫтөнә ҡойоғоҙ ҙа духовкала талғын ғына утта 45 минут – 1 сәғәт бешерегеҙ. Өҫтө ҡыҙарып, матур булып бешергә тейеш. Әгәр ҙә мейесегеҙҙе ныҡ ҡыҙҙырһағыҙ, аҫтағы балыҡ көйөп, аҙыҡ тәмһеҙләнәсәк. Быны мотлаҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ!