13.10.2016 Ниндәй кер йыуыу машинаһы алырға?
Көнкүреш техникаһы дефицит булған замандар үтте . Автомат кер йыуыу машиналары хәҙер һыу үткән ауыл өйҙәрендә лә бар. Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын.
- Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы-юҡмы икәнлеген белешегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланмаһы булмаһа, өйҙәге бәләкәй балалар уның ишеген эшләп торғанында аса ала.
- Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
- Күп фатирҙа һыу иҫәпләгес счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда күпме һыу ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.
- Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.
- Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ. Трикотажды йыуыу өсөн, мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.
- Иң төп параметрҙарҙың береһе – һыйҙырышлылығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән – 3,5 – 4 кг, ҙур булһа, 5 килолығы ҡулай.
- Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын уртаҡлыҡты һайлағыҙ.
- Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар. Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!