02.10.2016 Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп
Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп,
Тик тармай телем:
- Минең ярҙамдан зыяным
Күберәк, - тимен.
- Ни һөйләйһең ул?- тигәндәй
Йылмайып ҡарай,
Икәү генә эшләһәк тә
Эшебеҙ ырай.
- Беҙ бергә саҡта, - тимен мин,-
Кәрәкмәй ярҙам!
- Эсте тишмәҫ ине, - тиһең,-
Бер көндә ҡаҙһаң.
- Картуф шәп, - тиһең,- моғайын
Мөгәрәп тулыр,
- Эшкә булмаһа ла ашҡа,-
Тим,- кеше булыр!
Шығыр-шығыр йөрөһәм дә
Тик тормай телем:
- Картуф сүпләп шуны белдем –
Бар икән билем!
- Уф, билем, - тим,
- Арыным, - тим,
Ҡырын ҡарамай,
Йылмая тик: - Әлдә әле
Телең арымай!
- Көрәкте, - тим,- минең телгә
Бәйләһәк әгәр,
Күптән ҡаҙып бөтөр инек,
Биллаһи мәгәр!
Тиҙерәк тә эшләр инем,
Эшләһәм телһеҙ…
…Икәү бергә саҡта беҙгә
Булмаҫ күңелһеҙ!
Фирүзә Абдуллина