01.10.2016 Ололар байрамы
Оло кешеләр байрамы
Йәмле көҙ миҙгелендә,
Тәбиғәттең биҙәнешеп
Балҡып торған мәлендә.
Ауылдарҙың ҡото, йәме
Оло апай, инәйҙәр,
Бөгөн һеҙҙең байрамығыҙ
Олатай, өләсәйҙәр
.Ваҡытында аттар кеүек
Егелеп эшләнегеҙ,
Тарихта яҙылып ҡалды
Башҡарған эштәрегеҙ
Хәҙер инде ваҡыт етте
Хаҡлы ялдар итергә,
Эш тип өҙгәләнмәйенсә
Донъяларҙы көтөргә.
Хөкүмәт пенсиә бирә,
Донъя тыныс, күңел көр,
Ошо тормошта йәшәүгә
Раббыға мең-мең шөкөр.
Тышта көҙ мәле булһа ла,
Күңелдәрҙә бөгөн яҙ!
Тормошоғоҙҙоң күктәре
Һәр ваҡыт булһын аяҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ