RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәҡиҡәт – урталыҡта

20.09.2016 Хәҡиҡәт – урталыҡта

Хәҡиҡәт – урталыҡта
Бер илдең императоры тәхетендә китап уҡып ултыра. Тәҙрә аша тәгәрмәс оҫтаһының уның көймәһенең тәгәрмәсен йүнәтеүен күреп, ҡарт оҫтаның эшен күҙәтә башлай. Шунан:
– Ни өсөн һин, шундай ҡарт булыуыңа ҡарамаҫтан, һаман да көймәләрҙе үҙең йүнәтәһең? Бер ярҙамсың да юҡмы ни? – ти.
– Дөрөҫ әйтәһең, батшам, – ти ҡарт. – Улдарымды һөнәремә тейешле дәрәжәлә өйрәттем, ә бына маһирлығымды, таһыллығымды, оҫталығымды тапшыра алманым. Ә бындай эш яуаплылыҡ талап итә.
– Нисектер аңлайышһыҙ фекерләйһең! Йә әле, уйыңды ябайыраҡ итеп аңлат, – ти император.
– Һеҙҙән ниндәй китап уҡыуығыҙ тураһында һәм, уны яҙыу­сы кеше әле иҫәнме, тип һорар­ға мөмкинме? – ти ҡарт.
Батшаның асыуланыуын күреп:
– Берүк асыуланмағыҙ, хәҙер үҙ фекеремде аңлатасаҡмын. Беләһегеҙме, – ти ул, – улдарым иҫ киткес яҡшы тәгәрмәстәр эшләй, әммә әлегә улар был эштә тейешле дәрәжәгә етмәгән. Ә мин еттем, тик үҙемдең тәжрибәмде нисек уларға тапшырырға? Хәҡиҡәт – урталыҡта… Әгәр ҙә тәгәрмәсте ҡаты итеп эшләһәң, улар ауыр һәм йәмһеҙ, нәфис итһәң, ышанысһыҙ буласаҡ. Ҡайҙа ул мин белгән үлсәм? Ул минең күңелемдә, уға төшөндөм, сәнғәт тап бына ошо инде, тик уны нисек уларға еткерергә? Һеҙҙең көймәгеҙ матур, бер үк ваҡытта ышаныслы ла булырға тейеш. Бына шуның өсөн был эште үҙемә башҡарырға тура килә лә инде. Бына шуның кеүек, бик күп быуат элек һеҙ уҡыған китапты яҙған кеше лә бөйөк нәмәләргә төшөнгән, ә үҙе аңлағанды кемгәлер тапшырыу өсөн бер ниндәй ҙә мөмкинлеге юҡ.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне